4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2013 йыл, 9:48

БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының тәүге ултырышы 3 октябрҙә үтә

автор: Сергей Захаров

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайын саҡырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, Башҡортостан парламентының тәүге ултырышы 2013 йылдың 3 октябрендә үтә, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.