8 декабрь, Кесе йома

18 сентябрь 2013 йыл, 9:36

Стәрлетамаҡ районында экологик өмә үтте

автор: Людмила Терновая

«Бергәләп эшләйек!» бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Стәрлетамаҡ районында экологик өмә үтте. Сүп-сар йыйыу буйынса әлеге сара тәбиғәт ҡомартҡыһы – Йөрәктау итәгендә ойошторолдо, тип хәбәр итә ER.RU.

Йөрәктау – республика халҡының яратҡан ял урыны, унда төрлө кимәлдәге спорт саралары йыш үткәрелә. Бында ял итеүселәр үҙҙәре артынан өйөм-өйөм сүп-сар ҡалдыра. Әлеге акцияға Алатана, Бельское ауылдары уҡыусылары, Стәрлетамаҡ районының «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» активистары, Стәрлетамаҡ балалар экология үҙәгендә шөғөлләнеүселәр һәм уҡытыусылар, Башҡорт дәүләт университеты ирекмәндәре, «Олимп» туристик клубы вәкилдәре һәм экология мәсьәләһенә битараф булмаған район халҡы ҡушылды. Өмәлә йәмғеһе 100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Бер көн эсендә 20 кубометрҙан ашыу сүп-сар йыйылды һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарып түгелде.

Өмә тамамланғас, активистар өсөн ҡырҙа сәй эсеү ойошторолдо. Барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.