3 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2013 йыл, 17:48

Ғафури районында Хәтер көнө үтте

автор: Арина Рәхимҡолова

Ғафури районының Красноусол ауылында тантаналы митинг үтте. Һәләк булған Ватанды һаҡлаусылар һәйкәле янында Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан яугирҙар, ауыл халҡы, һәләк булған егеттәрҙең туғандары һәм яҡындары йыйылды.

Сараны асып, район хакимиәте башлығы Рәмил Бухаров локаль конфликттарҙа һәләк булған егеттәрҙең мәңге хәтерҙә йәшәйәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Ғафури һәм Ауырғазы райондарының хәрби комиссары Фәйрүз Ғимәҙиев һәйкәл төҙөүҙә ҙур ярҙам күрһәткән активистарҙы билдәләне.

— Марс Хәйруллин, Ринат Яҡупов, Әлфир Исхаҡов, Вячеслав Лоскутов, Андрей Мигунов, Джамшид Ҡасимов, Марат Ишбаев һәм башҡа егеттәргә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Уларҙың ярҙамы менән һәләк булған Ватанды һаҡлаусыларға һәйкәл төҙөлдө, — тине хәрби комиссар.

Рәхмәт һүҙҙәре менән шулай уҡ Ғафури районының Ветерандар советы вәкилдәре, ауыл биләмәһе башлығы Марс Әбелғужин, райондың Афған һуғышы ветерандары союзы рәйесе Марс Хәйруллин сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусыларҙы Хәтер көнө менән Өфөнән килгән ҡунаҡ – БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы рәйесе Тимерйән Рәжәпов та ҡотланы.

Тантаналы өлөштән һуң урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында Ғафури һәм Ауырғазы райондарының ветерандар командалары араһында футбол буйынса матч ойошторолдо. Байрамды концерт номерҙары дауам итте.

Осрашыу һуңында Тимерйән Рәжәпов БР Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзының Бөрйән һәм Күгәрсен райондарына инициатива менән сығыш яһауы тураһында хәбәр итте. Ул әлеге ике районда Афғанстанда һәм Төньяҡ Кавказда һәләк булған яугирҙарға һәйкәл асыу һәм төҙөлөш эштәре өсөн средстволарҙы Хәтер көндәрендә һәм шуға оҡшаш башҡа сараларҙа йыйыу тәҡдиме менән сығыш яһаған. Сарала һанаулы минуттар эсендә 10 мең һум аҡса йыйылды.