7 декабрь, Шаршамбы

17 сентябрь 2013 йыл, 16:54

Өфөлә «Иң изге теләктәр менән!» тип исемләнгән концерт үтәсәк

автор: Людмила Терновая

20 сентябрҙә Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында «Ислам – экстремизмға ҡаршы!» республика акцияһы сиктәрендә «Иң изге теләктәр менән!» тип исемләнгән концерт ойошторола. Сара йәштәр араһында дини экстремизм һәм радикализмды иҫкәртеүгә йүнәлтелгән. Акцияны ойоштороусылар булып БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ярҙамында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге сығыш яһай. Сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин, пауэрлифтинг һәм армрестлинг буйынса спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин, йәштәр мосолман һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙарының ҡатнашыуы ҡаралған.

Байрам ҡунаҡтарын төрлө конкурстар, викториналар һәм бүләктәр көтә.

Сара 19.00-23.00 сәғәттәрҙә үтә.