4 декабрь, Йәкшәмбе

17 сентябрь 2013 йыл, 16:22

Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡарамағындағы Балалар театр студияһы йәш таланттарҙы көтә

автор: Әлим Фәйезов

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡарамағында «Самрау» балалар театр студияһы эшләй башлай. Студияла 10-17 йәштәрҙәге балалар өсөн уҡыуҙар башҡорт һәм рус телдәрендә ойоштороласаҡ. Һайлап алыу туры 21 һәм 22 сентябрҙә 15.00-17.00 сәғәттәрҙә Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 34 адресы буйынса театр бинаһында үтә.

Театрҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дәрестәрҙә сәнғәт тарихы, художестволы үҙешмәкәрлектә барған процестар, ҡайһы бер жанрҙарҙың үҫеш тенденциялары менән танышыу, репертуар әҙерләү үҙенсәлектәрен тикшереү планлаштырыла. Балалар музей, күргәҙмә, концерт, спектаклдәргә йөрөйәсәк. Уҡытыу процесы актерлыҡ, телмәр һәм нәфис һүҙ оҫталығы, вокал, сәхнә оҫталығы, бейеү, баланы музыкаль йәһәттән үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса дәрестәрҙе үҙ эсенә ала.

Студияға балалар уҡыу йылы дауамында буш урындарға ҡабул ителәсәк.