Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Аксаков көндәрендә бөтә Рәсәй китапханасылар конференцияһы һәм РФ Яҙыусылар союзы пленумы үтәсәк

Йәмғиәт

Аксаков көндәрендә, 26-29 сентябрҙә, Өфөлә «С.Т.Аксаковтың ижади мираҫын популярлаштырыуҙа һәм һаҡлап ҡалыуҙа Рәсәй китапханаларының роле» бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм РФ Яҙыусылар союзы пленумының күсмә ултырышы үтә.

БР Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, байрамға 50-нән ашыу ҡунаҡ килеүе көтөлә. Улар араһында Рәсәйҙең билдәле яҙыусылары ла бар.

Программала Башҡорт дәүләт педагогия университетында — XIV Халыҡ-ара Аксаков уҡыуҙарын, 11-се мәктәп-гимназияла Аксаков дәресен үткәреү ҡаралған.

С.Т.Аксаковтың мемориаль йорт-музейында билдәле йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм публицист Иван Аксаковтың тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған күргәҙмә ойоштороласаҡ.

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында тантаналы кисә үткәреү планлаштырыла, уның сиктәрендә С.Т.Аксаков исемендәге әҙәби премиялар тапшырыласаҡ.

Сергей Аксаковҡа бағышланған тантаналы саралар 28 сентябрҙә Бәләбәй районыныда дауам итәсәк, 29 сентябрҙә Зубово һәм Иҫке Ҡыйышҡы ауылдарында фольклор байрамдары үткәрелә, ә Ҡырмыҫҡалыла «Шәжәрә байрамы-2013» ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть