8 декабрь, Кесе йома

17 сентябрь 2013 йыл, 13:08

Силәбе өлкәһендә башҡорт дискотекалары миҙгеле старт ала

автор: Арина Рәхимҡолова

26 сентябрҙә Силәбелә «Сәләм Sтудент Party» исеме аҫтында башҡорт йәштәр дискотекалары миҙгеле асыла. Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге матбуғат секретары  Михаил Хәбиров хәбәр итеүенсә, яңы программала Ян Лира, Ильмир Моталов, Айнур Мансуров, Розалия Шәрәфетдинова, Линар Дүрткүҙ Хәлилов, DJ Nail_Bashtyle һәм башҡа башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары сығыш яһаясаҡ.

Көнъяҡ Уралда башҡорт дискотекаларын һәм концерттарын ойоштороусы Руфат Йәлилов билдәләүенсә, башҡорттар донъяның боронғо этностарының береһе булып тора, халыҡтың бай үҙенсәлекле мәҙәниәте күп кешелә ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам уята.

– Һуңғы ваҡытта башҡорт дискотекаларына ҡаҙаҡ һәм татар йәштәре ҙур теләк менән йөрөй башланы. Йәштәргә башҡорт музыкаһы һәм бындай сараларҙа тантана иткән йылы мөхит оҡшай, — тип иҫәпләй Руфат Йәлилов.

Бөтә дискотекалар Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ярҙамында үткәрелә.