3 декабрь, Шәмбе

17 сентябрь 2013 йыл, 12:03

Республика делегацияһы Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле менән осрашты

автор: Эльвира Латипова

Ҡаҙағстан менән тауарҙар әйләнеше буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге биш төбәге иҫәбенә инә. Дүшәмбе, 16 сентябрҙә, Астанала Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле Александр Яковлевтың Башҡортостан делегацияһы менән осрашыуында республика вәкиллегенең ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә индергән өлөшө хаҡында әйтелде. Осрашыуҙа һүҙ республиканың иҡтисади презентацияһын үткәреүгә әҙерлек тураһында барҙы. Башҡортостан презентацияһы Астанала октябрҙә үтәсәк, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов сауҙа вәкиленә презентацияға әҙерлек тураһында һөйләне һәм ике яҡлы осрашыуҙарҙа тикшереләсәк төп мәсьәләләрҙе билдәләне.

Александр Яковлев һүҙҙәренсә, октябрҙә үтәсәк презентация Ҡаҙағстан эшҡыуарҙарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙың күптәре — Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы илселеге ҡарамағындағы Эшлекле совет ағзалары, «Рәсәй — Ҡаҙағстан» клубы составына инә.

БР Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһындағы тауарҙар әйләнеше күләме 2012 йылда 193,5 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән, шул иҫәптән 192 миллион доллар – экспорт. 2013 йылдың тәүге ярты йыллығы йомғаҡтары буйынса үҙ-ара сауҙа итеү күләме 39,2 миллион доллар тәшкил иткән. Тышҡы сауҙа әйләнеше күләме буйынса Ҡаҙағстан Башҡортостандың партнер илдәре араһында 28 урында тора, уның өлөшө 0,6 процент тәшкил итә.