Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан вожатыйҙары бөтә Рәсәй конкурсында призлы урындарға лайыҡ булды

Йәмғиәт

Башҡортостан вожатыйҙары балалар һәм йәштәр ялы һәм уларҙы сәләмәтләндереү өлкәһендә VIII Бөтә Рәсәй йәш белгестәр конкурсында призлы урындар яуланы. Бәйге Анапала, «Кавказ» балалар сәләмәтләндереү үҙәгендә үтте.

Республика исеменән конкурста «Балалар ҡала яны лагерының иң яҡшы директор урынбаҫары» номинацияһында – Туймазы районының А.П.Гайдар исемендәге балалар сәләмәтләндереү-белем биреү лагеры директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Жанна Осипова, «Балалар ҡала яны лагерының иң яҡшы педагог-ойоштороусыһы (отряд вожатыйы)» номинацияһында — «Ағиҙел-Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Юлдаш» балалар сәләмәтләндереү үҙәге вожатыйы Артур Шәрипов һәм «Уңыш академияһы» шәхесте үҫтереү мәғариф үҙәгенән Анна Малагина сығыш яһаны. Улар икенсе-өсөнсө урындар яуланы.

Бәйге талантлы йәштәрҙе асыҡлау, ижади һәләттәрҙе асыу һәм профессионализмды үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, социаль башланғыстарға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр БР Мәғариф министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть