Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

«Ике килгән ғүмер» фильмы халыҡ-ара спорт киноһы фестивалендә еңеү яуланы

Спорт

Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Ике килгән ғүмер» документаль фильмы Һамарҙа үткән V халыҡ-ара спорт киноһы фестивалендә еңеү яуланы. «Башинформ» агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, фильм «Еңеп сығыу» («Преодоление») номинацияһында иң яҡшыһы тип танылды.

Кинофестиваль приздары түбәндәге номинацияларҙа тапшырылды: «Иң яҡшы нәфис фильм», «Спорт һәм шәхес», «Спорт һәм йәмғиәт», «Еңеп сығыу», «Физик культура һәм спорт тураһында иң яҡшы телетапшырыу».

Жюри составында Халыҡ-ара спорт киноһы һәм телевидениеһы федерацияһы президенты Франко Аскани эшләне, тип хәбәр иттеләр БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән. Башҡа фильмдар менән бер рәттән, Аскани үҙе менән Италияға «Башҡортостан» киностудияһы фильмын да алған. Ул әлеге документаль фильмды Миланда үтәсәк Халыҡ-ара спорт киноһы фестиваленең конкурс программаһына индерәсәк.

Һамарҙа йәмғеһе 56 документаль, телевизион һәм нәфис фильм тәҡдим ителде. Улар араһында Рәсәй, Беларусь, Болгария, Бөйөк Британия, Вьетнам, Германия, Иран, Италия, Португалия, АҠШ, Үзбәкстан, Украина һәм Франциянан видеотаҫмалар булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть