5 декабрь, Дүшәмбе

17 сентябрь 2013 йыл, 9:19

Республиканың 19 районы аграрийҙары ужым культураларын сәсеүҙе тамамланы

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың 19 районы аграрийҙары ужым культураларын сәсеүҙе тамамланы. Республикала сәсеү эштәре 516 мең гектар майҙанда башҡарылған, планға ҡарата был 86 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Шул уҡ ваҡытта ужым баҫыуы өсөн иң ҙур майҙан – 22 мең гектар – Көйөргәҙе районында бүленгән.

Бынан тыш, БР Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә 477 мең гектар майҙанда баҫыуҙар туңға һөрөлгән, планға ҡарата был 39 процент тәшкил итә.

Был йәһәттән иң яҡшы күрһәткестәр Ауырғазы, Илеш, Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондарында күҙәтелә. Әлеге райондарҙа 20,4-24,4 мең гектар ер туңға һөрөлгән.