5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2013 йыл, 16:16

Башҡортостанда йыл башынан алып 412 игеҙәк тыуған

автор: Ольга Мортазина

«Бала табыу сертификаты» программаһы сиктәрендә республиканың медицина учреждениеларына 400 миллион һумға яҡын аҡса күсерелгән. Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, сумма 397,5 миллион һум тәшкил иткән. Республикала тыуым кимәле юғары: ағымдағы йылдың ете айында Башҡортостанда 36 590 сабый – 18 963 малай һәм 17 654 ҡыҙ тыуған. Улар араһында — 412 игеҙәк һәм 3 өс игеҙ бала. Былтыр ошо уҡ осорҙа 375 игеҙәк һәм 8 өс игеҙ бала тыуған. Тыуымдың артыуы июнь һәм июль айҙарында күҙәтелгән – шул тәртиптә 4 946 һәм 5 064 сабый. Башҡортостан тыуым күрһәткестәре буйынса Волга буйы федераль округында әүәлгесә алдынғы позицияны биләй.