8 декабрь, Кесе йома

16 сентябрь 2013 йыл, 15:46

Республика ҡурайсылар конкурсы Гран-прийына Благовещендан Айнур Назаров лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

«Бәйге» республика ҡурайсылар конкурсы Гран-прийын Благовещендан Айнур Назаров яуланы. Конкурс Октябрьский ҡалаһында үтте.

Жюри ағзалары ҡарары менән быйыл беренсе урынға – дүрте кеше, икенсе урынға – ете кеше һәм өсөнсө урынға биш кеше лайыҡ булды.

Еңеүселәр иҫәбендә — Өфө, Благовещен, Белорет, Октябрьский ҡалалары, Баймаҡ, Ғафури, Дүртөйлө, Ейәнсура, Илеш, Ҡариҙел, Краснокама һәм Учалы райондары ҡурайсылары.

Бәйгелә ҡатнашҡан иң оло кеше – 76 йәшлек Дәүләтбай Рәхмәтуллинға (Бөрйән районы) һәм иң кесе ҡатнашыусы – 9 йәшлек Айгиз Диниевҡа (Миәкә районы) махсус бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Сибайҙан Кинйәғол Ғайсин һәм Мари Иле Республикаһынан Муса Нурдәүләтов төрлө номинацияларҙа еңеүсе булды.

БР Мәҙәниәт министрлығынан билдәләүҙәренсә, йыл һайын бәйге яңы исемдәр һәм хатта яңы әҫәрҙәр аса. Жюри иғтибарын йәлеп итер өсөн, конкурста ҡатнашыусылар яңы көйҙәр эҙләй, музыка архивтарына мөрәжәғәт итә. Бынан тыш, комиссия ағзалары артистизмға, милли костюмдарға һәм, әлбиттә, башҡарыу оҫталығына баһа бирә.

Конкурста йәмғеһе 18 ансамбль һәм 52 ҡурайсы ҡатнашты. Иң күп ҡатнашыусылар Өфө ҡалаһынан, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Краснокама райондарынан булды.