10 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2013 йыл, 14:35

Республика студенттары һәм аспиранттары РФ Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булды

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары Рәсәй иҡтисадын яңыртыу һәм технологик яҡтан үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәре буйынса РФ Президенты һәм Хөкүмәте стипендияларына лайыҡ булды. Стипендиаттарҙың күпселеге Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, Президент стипендияһын — 10 студент һәм өс аспирант, Хөкүмәт стипендияһын 27 студент һәм алты аспирант аласаҡ.

Шулай уҡ алда әйтеп кителгән стипендияларға Башҡорт дәүләт университетынан ете кеше лайыҡ булды.

БДУ-ның матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, РФ Президенты стипендияһын — физика-техник институты аспиранты Андрей Екомасов, РФ Хөкүмәте стипендияһын БДУ аспиранты Юрий Замула аласаҡ.

Стипендиаттар исемлегендә Башҡорт дәүләт университеты студенттары ла бар. РФ Президенты стипендияһына – Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институтының бишенсе курс студенттары Сергей Казанцев һәм Әлфиә Саяпова, РФ Хөкүмәте стипендияһына шулай уҡ Эшҡыуарлыҡ идаралығы һәм хәүефһеҙлеге институтының бишенсе курс студенттары Мария Байгулова һәм Мария Теребеева, математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетының бишенсе курс студенты Илдар Кәлимуллин лайыҡ булды.

Рәсәй кимәлендәге стипендияларҙы шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары Константин Ғәлиәхмәтов һәм Далида Гатаулова, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты аспиранты Искәндәр Жалбеков һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты аспиранттары Анна Баландина һәм Лиана Миңлебаева аласаҡ.