Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Бөрө халҡын юбилей менән ҡотланы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһына 350 йыл тулыу уңайынан ойошторолған тантаналы сараларҙа ҡатнашты.

— Мин бында иң яҡшы, матур, күркәм Бөрө ҡалаһын юбилей менән ҡотлау маҡсатында килдем. Был ҙур тарихлы изге ҡала. Ул барлыҡ эшмәкәрлек йүнәлештәре буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән, — тине Башҡортостан Президенты, ҡала халҡына мөрәжәғәт итеп.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, ҡаланы үҫтереү өсөн, бында яңы сәнәғәт объекттарын төҙөргә, эш урындарын булдырырға кәрәк.

— Әммә был иң мөһиме түгел. Тәү сиратта, ҡала йәшәү өсөн уңайлы, матур булырға тейеш. Бында һәр ваҡыт тыныслыҡ та, эш һәм ял итеү өсөн урындар ҙа булыуын халыҡ белһен. Бөрөлә барыһы ла яҡшы һәм гармониялы булырға тейеш, — тип билдәләне республика башлығы.

Президент ҡаланың төрлө брендтарын әҙерләү тураһында һөйләне. Уларҙың береһе — «Бөрө – тәмле ҡала».

— Был ҡалала «тәмле» йәшәргә – яҡшы эшләргә, үҙеңде яҡшы тойорға була. Барыбыҙға ла бындай идеяларҙы тормошҡа ашырыу өҫтөндә эшләп ҡарарға тәҡдим итәм, — тип мөрәжәғәт итте Рөстәм Хәмитов Бөрө халҡына.

Республика етәксеһе билдәләүенсә, ҡалаға тейешле ярҙам күрһәтеләсәк.

— Һуңғы ике йыл эсендә Бөрөнө үҫтереү йәһәтенән ярайһы уҡ алға киттек: яңы бассейн төҙөлдө, спорт ҡоролмалары эшләй. Быйыл заманса кинотеатр асыласаҡ, Изге Троицк сиркәүе яңыртыла, — тип һөйләне төбәк башлығы. – Алда беҙҙе тағы ла яҡшыраҡ, ҙурыраҡ уңыштар көтә. Тик бының өсөн киләсәккә ышанған позитив кеше булырға кәрәк.

Сара барышында Рөстәм Хәмитов ҡаланың лайыҡлы граждандарына наградалар тапшырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть