4 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2013 йыл, 11:16

Башҡортостан Президенты Бөрөлә «Аврора» кинотеатрын төҙөү барышын тикшерҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһына сәфәре барышында «Аврора» кинотеатрын төҙөү барышын тикшерҙе.

Яңы комплекс Чеверев һәм Интернациональ урамдары киҫешкән урында төҙөлә. Президентҡа һөйләүҙәренсә, төҙөлөш эштәре 2012 йылда башланған, ә тәүге кинофильмдарҙы Бөрө халҡы ағымдағы йыл аҙағынаса ҡарай аласаҡ.

Кинокомплекста 520 урынға иҫәпләнгән 4 зал буласаҡ. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә махсус урындар ҡаралған. Бынан тыш, бинала уйын майҙансығы, кафе, боулинг урынлашасаҡ. Мәҙәниәт учреждениеһы тәүлегенә 3 меңдән ашыу кешене ҡабул итә аласаҡ.

Әлеге ваҡытта төп эштәр башҡарылған, инженерлыҡ коммуникациялары үткәрелгән. Төҙөүселәр бүлмәләрҙе эске яҡтан биҙәү һәм учреждение биләмәһен төҙөкләндереү менән мәшғүл. Кинокомплекс өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алынған. Барлыҡ төҙөлөш эштәре тамамланғандан һуң, уларҙы монтажлау планлаштырыла.

Кинотеатр «Бирь» ритейл-паркы составына инәсәк, парк шулай уҡ сауҙа-сервис комплексын үҙ эсенә ала. Бынан тыш, бында боҙ аренаһы һәм ҡунаҡхана төҙөләсәк.

темалар: бр президенты