5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2013 йыл, 10:42

Рөстәм Хәмитов «Медиа-штурм» проектында ҡатнашыусылар менән осрашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһына сәфәре барышында «Медиа-штурм» проектында ҡатнашыусылар менән осрашты. Йәш журналистар республика етәксеһенә хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта Бөрө ҡалаһының төрлө брендтары әҙерләнә. Атап әйткәндә, «Йәнле ҡалалар» компанияһы башлығы Денис Визгалов «Бөрө – тәмле ҡала» концепцияһының презентацияһын үткәрҙе. Башҡортостан Президенты был идеяны хупланы.

Концепцияның төп йүнәлеше ҡалала урынлашҡан байтаҡ туҡланыу сәнәғәте предприятиеларына бәйле. Бөрө алма, билмән, төрлө ярымфабрикаттар кеүек ризыҡтары менән дан тота.

«Тәмле» исемен аҡлар өсөн, ҡалала кафе һәм ресторандар төҙөргә, шулай уҡ эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтерергә кәрәк.

Бынан һуң проектта ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға режиссер Динара Ғарипованың Бөрө тураһындағы ҡыҫҡа метражлы фильмы тәҡдим ителде.

темалар: бр президенты