Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Бөрө ҡалаһының «Берендей» дендропаркында булды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөрө ҡалаһында булды. Ошо көндәрҙә ҡала үҙенең 350 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Рөстәм Хәмитов «Берендей» дендропаркында булды, унда IV республика белем биреү учреждениелары уҡыусыларының фәнни-ғәмәли конференцияһы һәм биҙәү-ғәмәли сәнғәт конкурсы үтте.

Конференцияла бөтә республиканан 130-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты. Форум эше баҡсасылыҡ, сәскәселек, ландшафт дизайны секциялары буйынса ойошторолдо. Форумға килә алмағандар үҙ эштәрен биҙәү-ғәмәли сәнғәт конкурсына ебәрҙе. Бәйгелә Өфө, Благовещен, Яңауыл, Бөрө ҡалаларынан, Дүртөйлө, Шаран, Кушнаренко, Әлшәй, Өфө, Борай, Туймазы, Мишкә райондарынан балалар ҡатнашты.

Йәш экскурсоводтар республика етәксеһен дендропарк менән таныштырҙы. Бында 120 төр алмағас үҫтерелә. Ҡаланың 1-се урта мәктәбе уҡыусыһы Ләйсән Урманова менән Башҡортостан Президенты алмағас ултыртты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть