10 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2013 йыл, 17:42

Башҡортостанда төшөрөлгән «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәте Ҡазан кинофестиваленең махсус призына лайыҡ булды

автор: Ольга Мортазина

Ҡазанда IX халыҡ-ара мосолман киноһы фестивале тамамланды. Башҡорт кино сәнғәте «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән өс эш тәҡдим итте: Айнур Асҡаровтың «Бал әсеһе» документаль-нәфис филмы, Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар һәм һоро бүре» анимацияһы һәм Таңсулпан Бураҡаеваның «Өйләнәм!» ҡыҫҡа метражлы фильмы.

«Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәте «Милли анимацияның иң яҡшы традициялары» номинацияһында Рәсәй Анимация киноһы ассоциацияһының һәм Татарстан Анимация киноһы ассоциацияһының махсус призына лайыҡ булды, тип хәбәр итте «Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәте белгесе Зөһрә Бураҡаева.