8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2013 йыл, 17:20

БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығының рәсми сайты булдырылды

автор: Эльвира Латипова

Башҡортостан Республикаһы Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығының рәсми интернет-порталы (www.ait-rb.ru) булдырылды.

Сайтта яңылыҡтар, буласаҡ ваҡиғалар тураһында мәғлүмәт, норматив-хоҡуҡи документтар, агентлыҡ тарафынан тормошҡа ашырылған проекттар тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Кире бәйләнеш системаһы ла булдырылған. Атап әйткәндә, агентлыҡ йәмәғәт фекерен тикшереү маҡсатында һорау алыуҙар үткәрергә планлаштыра. Беренсе социологик һорау алыу ойошторолған да инде.

Бынан тыш, интернет-ҡабул итеү бүлмәһе эшләй. Сайттағы махсус форманы тултырып, БР Мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығына электрон форматта мөрәжәғәт итергә була. Яуап мөрәжәғәттә күрһәтелгән почта адресына йүнәлтеләсәк. Йыш бирелә торған һорауҙарға яуаптар порталда урынлаштырыласаҡ.

«Видеогалерея» бүлегендә Берҙәм дәүләт хеҙмәттәре порталы менән файҙаланыу үҙенсәлектәре тураһында видеороликтар урын алған.