8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2013 йыл, 16:22

Рөстәм Хәмитов: «Берҙәм Рәсәй» партияһының һайлауҙа еңеүе – тәбиғи хәл»

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов йома, 13 сентябрҙә, «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында сығыш яһаны.

— «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе сираттағы сәйәси имтиханды уңышлы тапшырҙы, — тип билдәләне Рөтәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлауға йомғаҡ яһап. – Һайлаусыларҙың 76 проценты партия өсөн тауыш бирҙе, йәғни партия бер миллион 215 мең тауыш йыйҙы.

Пропорциональ система һәм мажоритар округтар буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа партия 88 мандат алды. Был бөтә депутат мандаттарының 80 процентына тиң.

Рөстәм Хәмитов партия ағзаларына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

— «Берҙәм Рәсәй» тағы ла бер тапҡыр милли берҙәмлек партияһы статусын раҫланы, — тине республика етәксеһе. – Бөгөнгө көндә партя сафында ижади, ғилми интеллигенция вәкилдәре, эшҡыуарҙар, ауыл хеҙмәтсәндәре, эшселәр, табиптар, уҡытыусылар, ветерандар, йәштәр бар.

Башҡортостан Президенты илдең башҡа төбәктәрендә үткән һайлау һөҙөмтәләренә анализ яһаны. Уларҙа ла партияның абруйы арта бара. Төбәк парламенттарына депутаттар һайлауҙа Рәсәйҙең барлыҡ 16 субъектында «Берҙәм Рәсәй» ышаныслы еңеү яулаған. Берҙәм рәсәйлеләр йыйған тауыштар һаны буйынса Башҡортостан илдең тәүге өс төбәге иҫәбенә инде.

— Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа беҙҙең партияның еңеүе – тәбиғи хәл, — тине Рөстәм Хәмитов.

Президент билдәләүенсә, БР Дәүләт Йыйылышының яңы составында йәш депутаттар һаны күбәйгән.

— Ҡайтанан һайланған депутаттарҙың һәр береһе дәүләт эшмәкәрлеге, производство, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа өлкәләрҙә иңдәренә һалынған бурыстарҙы яуаплы хәл итә алыуын иҫбатланы. Бындай абруй һайлау алды кампанияһы барышында түгел, ә күп йыллыҡ көсөргәнешле хеҙмәт менән яуланған. Шуға күрә беҙҙең һайлаусылар уларға ышаныс белдерҙе лә инде, — тине Рөстәм Хәмитов.