Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда 2013 йылдың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы билдәләнәсәк

Йәмғиәт

Әбйәлил районында 17 сентябрҙә Башҡортостандың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы исеменә республика смотр-конкурсы үтә.

– Республика урман ҡырҡыусылары конкурсын 2008 йылдан башлап алтынсы тапҡыр үткәрәбеҙ, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына БР Урман хужалығы министрлығының Милек, техник үҫеш һәм хеҙмәтте һаҡлау идаралығының бүлек начальнигы урынбаҫары Альберт Бохаров. – Был өлкәләге яңы технологиялар менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу, производствола имгәнеүҙәр һанын кәметеү бәйгенең төп маҡсаттары булып тора.

Йола буйынса, республика бәйгеһе алдынан төбәктә зона ярыштары үткәрелде, уларҙа Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы 25 дәүләт унитар предприятие ҡатнашты. Ярыштар һөҙөмтәләре буйынса һигеҙ команда финалға сыҡты. Һәр береһендә икешәр ҡатнашыусы – урман ҡырҡыусы һәм уның ярҙамсыһы.

2013 йылдың иң яҡшы урман ҡырҡыусыһы исеме өсөн «Ҡариҙел урманы», «Тәтешле урманы», «Нуриман урманы», «Илеш урманы», «Бәләбәй урманы», «Бөрйән урманы», «Ишембай урманы» һәм «Ейәнсура урманы» дәүләт унитар предприятиелары вәкилдәре көс һынашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть