3 декабрь, Шәмбе

13 сентябрь 2013 йыл, 15:05

БР Дәүләт Йыйылышы спикеры вазифаһына кандидат итеп берҙәм рәсәйлеләр Константин Толкачевты һайланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе вазифаһына кандидат итеп Константин Толкачев һайланды. Бындай ҡарар «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡабул ителде.

Йәмғеһе ике кандидат тәҡдим ителде: БР дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай спикеры Константин Толкачев һәм БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко.

Йәшерен тауыш биреү юлы менән конференция делегаттары БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе вазифаһына кандидат итеп Константин Толкачевты һайланы. Уның өсөн 207 кандидаттың 156-һы тауыш бирҙе. Николай Самойленко 26 тауыш йыйҙы.