8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2013 йыл, 14:42

Күмертауҙа Һаулыҡ аҙналығы үтәсәк

автор: Людмила Терновая

16-21 сентябрҙә Күмертауҙа Һаулыҡ аҙналығы уҙасаҡ. Был акция «Күмертау – спорт һәм һаулыҡ ҡалаһы!» девизы аҫтында үтә һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға, ҡала халҡын физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеүгә, шулай уҡ республика ярыштарында сығыш яһау өсөн Күмертауҙың йыйылма командаһын туплау маҡсатында иң көслө командаларҙы һәм спортсыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән. Ярыштар ҡаланың барлыҡ спорт майҙансыҡтарында һәм белем биреү учреждениеларының спорт залдарында үтәсәк. Һаулыҡ аҙналығының төп сараһы – 21 сентябрҙә ҡала майҙанында старт аласаҡ йүгереү буйынса ярыш. Йола буйынса, ярышта ҡатнашҡан иң оло, иң йәш һәм иң етеҙ кешеләргә наградалар тапшырыласаҡ, тип хәбәр иттеләр Күмертау хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: акциялар