5 декабрь, Дүшәмбе

13 сентябрь 2013 йыл, 13:17

Өфө менән Бишкәктең туғандаш ҡалалар тип иғлан ителеүе ихтимал

автор: Алик Шакиров | фото: Елена Арямнова

Йома, 13 сентябрҙә, Бишкәктә ШОС илдәренең саммиты сиктәрендә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Йәштәр советының алтынсы ултырышы үтә. Башҡортостан исеменән форумда Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Урал Килсенбаев сығыш яһай.

ШОС илдәренең йәш эшҡыуарҙары араһында эшлекле бәйләнештәр булдырыу фекер алышыуҙың төп темаһы булып тора. Форумда ҡатнашыусылар быны хеҙмәттәшлектең яңы кимәленә күтәрелеү тип иҫәпләй, сөнки бығаса бындай килешеүҙәр бөтөнләй төҙөлмәгән булған.

Рәсәй «Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының студенттар яҙы»н, кулинария бәйгеләрен, инновацион форум һәм эшҡыуарҙар форумын, йәштәр араһында КВН, Ырымбурҙа «Күршеләр» халыҡ-ара лагерын үткәрергә планлаштыра. Өфө ситтә ҡалмаясаҡ. 2014 йылда Башҡортостан баш ҡалаһында инновацион форум һәм йәштәр араһында КВН үтәсәк.

Урал Килсенбаев Бишкәк ҡалаһының Кәңәш етәксеһенә Башҡортостан баш ҡалаһы мэры Ирек Ялаловтан Өфө менән Бишкәкте туғандаш ҡалалар тип иғлан итеү тәҡдиме күрһәтелгән рәсми хат тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.