8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2013 йыл, 12:40

Иглин районының йәш гвардиясылары алкоголгә ҡаршы рейд үткәрҙе

автор: Людмила Терновая

Иглин районының Үктәй ауылында «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активистары киске сәғәт 11-ҙән һуң алкоголле эсемлектәр һатыу ораҡтарын асыҡлау буйынса рейд уҙғарҙы. Акция «Агенттар» федераль проекты сиктәрендә үтте, тип хәбәр итә ER.RU.

Бығаса әлеге ауыл магазиндары буйлап «Айыҡ ауыл» проектында ҡатнашыусылар рейд үткәргәйне. Уның һөҙөмтәһендә төнгө ваҡытта алкоголле эсемлектәр һатыу осраҡтары асыҡланды. Хәрәкәттә ҡатнашыусылар һатыусылар менән аңлатыу эштәрен үткәрҙе һәм был магазиндар эргәһендә асфальтҡа «Йәмғиәт кәмселектәренә ЮҠ тип әйт» тигән һүҙҙәр яҙҙы.

Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәш гвардиясылар был эштең һөҙөмтәлелеген тикшерҙе. Активист Илһам Имаев һүҙҙәренсә, профилактик әңгәмәләр ыңғай һөҙөмтә биргән.

— Беҙҙең агент «Айыҡ ауыл» проекты вәкилдәре менән бергә райондың бер нисә магазинында һәм төнгө сәғәттәрҙә эшләгән кибетендә һыра һатып алырға тырышты. Асыҡланыуынса, алда уҙғарылған әңгәмәләр бушҡа булмаған, киске сәғәт 11-ҙән һуң бер магазинда ла беҙгә алкоголле эсемлектәр һатманылар, — тип билдәләне «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» активисы Илһам Имаев.