9 декабрь, Йома

13 сентябрь 2013 йыл, 12:15

Башҡортостан делегацияһы Ҡырғыҙстан Республикаһында ватандаштары менән осрашты

автор: Людмила Терновая | фото: Елена Арямнова

Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстан Республикаһына сәфәре ситкәрендә БР Хакимиәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм делегация ағзалары, яңыраҡ үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләгән «Тыуған тел» татар-башҡорт мәҙәни үҙәгендә булды, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡырғыҙстанда йәшәгән ватандаштар менән осрашыу барышында Салауат Сәғитов башҡорт диаспораһына ярҙам итеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләне. Ҡырғыҙстанда йәшәгән башҡорттар фекеренсә, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләгән Ҡырғыҙстан абитуриенттары өсөн квоталар бүлеү практикаһын дауам итергә кәрәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан делегацияһы шаршамбы, 11 сентябрҙә, Бишкәкәтә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы ултырышында ҡатнашты. Унда вице-премьер Салауат Сәғитов республиканың презентацияһын үткәрҙе.