9 декабрь, Йома

13 сентябрь 2013 йыл, 9:46

Республикала социаль туризм программаһының мөмкинлектәре киңәйтелде

автор: Галина Бахшиева

БР Хөкүмәтенең 2013 йылдың 11 сентябрендәге ҡарары менән 2012-2016 йылдарға «Башҡортостанда эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү» оҙайлы сроклы маҡсатлы программаһына үҙгәрештәр индерелде.

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылға иҫәпләнгән ярҙамсы программаның төп үҙенсәлеге унда ҡатнашыусыларҙың путевкалар түгел, ә исемле сертификаттар алыуында. Бынан ары улар туристик ойошмаға үҙаллы мөрәжәғәт итеп, ғариза яҙғанда күрһәтелгән йүнәлеш буйынса социаль тур һайлай ала.

Бынан тыш, тәүгә аҙ тәьмин ителгән пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн квота индерелә. Бынай квоталар республиканың айырым муниципаль берәмектәрендә йәшәгән оло һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һанының 15 проценты күләмендә бүленә. Был төркөм граждандары өсөн бер путевкаға исемле сертификаттың номиналь хаҡы 12 мең һум күләмендә ҡаралған.

Шулай уҡ 2013 йылда, Өфөнән тыш, һәр муниципаль берәмеккә һәм Башҡортостан баш ҡалаһының һәр административ районына туристик путевкалар һаны буйынса коляскалағы инвалидтар һәм инвалид балалар өсөн квоталар билдәләнә.

Улар өсөн исемле сертификаттарҙың номиналь хаҡы шулай уҡ 12 мең һум тәшкил итә. Алдағы йылдарҙа был категория граждандары өсөн квоталар һаны арттырыласаҡ.

Ярҙамсы программала ҡатнашҡан башҡа кешеләр өсөн, социаль турҙың йүнәлешенә ҡарамай, исемле сертификаттың номиналь хаҡы бер путевкаға һигеҙ мең һум күләмендә ҡаралған.

2013 йылға иҫәпләнгән ярҙамсы программаны финанслауға республика бюджетынан 28,6 миллион һум аҡса бүлеү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.