6 декабрь, Шишәмбе

12 сентябрь 2013 йыл, 13:29

Америка компаниялары Башҡортостанда ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса бизнес ойошторорға ниәтләй

автор: Эльвира Латипова

Американың King Coal USA һәм Terra Dura компаниялары Башҡортостанда сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса бизнес ойошторорға ниәтләй. Әлеге компаниялар вәкилдәре был йүнәлеште үҫтереү мөмкинлектәренә баһа биреү өсөн республикаға эш визиты менән килде, тип хәбәр иттеләр БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Эш визиты Башҡортостан делегацияһының Америка Ҡушма Штаттарына июлдәге визиты барышында өлгәшелгән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙәр сиктәрендә ойошторолдо.

King Coal USA һәм Terra Dura вәкилдәре Күмертауҙа булды, унда күмер сәнәғәте ҡалдыҡтарын эшкәртеү мөмкинлектәре хаҡында ҡыҙыҡһынды. Улар иҫәпләүенсә, күмер сәнәғәте ҡалдыҡтарын юлдар, күперҙәр, дамбалар төҙөү өсөн ныҡлы материалдар етештереүҙә ҡулланып була. Бынан тыш, улар фекеренсә, Күмертау күмерен байыҡтырыу буйынса проект әҙерләргә мөмкин.

Кесе йома, 12 сентябрҙә, Америка бизнесмендары Сибайҙа һәм Баймаҡ районында сәнәғәт ҡалдыҡтарын эшкәртеү мәсьәләләрен тикшерә.