8 декабрь, Кесе йома

12 сентябрь 2013 йыл, 13:03

Өфөлә 28 сентябрҙә дөйөм ҡала өмәһе үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

Өфөлә иғлан ителгән санитар айлыҡ сиктәрендә 28 сентябрҙә көҙгө дөйөм ҡала өмәһе үтә.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, экологик айлыҡ 10 октябрҙә тамамланасаҡ.

Ғәҙәттәгесә, бер ай дауамында Башҡортостан баш ҡалаһында аҙна һайын территорияларҙы сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса өмәләр үткәреләсәк. Экологик айлыҡты үткәреү буйынса төп мәшәҡәттәр ҡаланың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәре иңенә төшәсәк.