10 декабрь, Шәмбе

12 сентябрь 2013 йыл, 12:52

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы бизнес-форумында Башҡортостандың презентацияһы үтте

автор: Эльвира Латипова

11 сентябрҙә Бишкәктә Башҡортостан делегацияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы бизнес-форумында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Ултырышта ШОС илдәренең эшлекле даирәһе вәкилдәре, рәсми кешеләр, сауҙа-сәнәғәт палаталары етәкселәре – йәмғеһе 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Уларҙы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев, Ҡырғыҙстандың беренсе вице-премьеры Джоомарт Оторбаев, ойошманың Эшлекле советы рәйесе Марат Шаршекеев сәләмләне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов бизнес-форумдың «ШОС киңлегендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре» исемле пленар ултырышында республиканың презентацияһы менән сығыш яһаны. Презентация барышында ШОС илдәре менән бергә тормошҡа ашырылған бер нисә иҡтисади проект тураһында әйтелде һәм артабан берлектәге проекттарҙың күбәйәсәге билдәләнде.

БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының вице-президенты Азат Фазлыев Рәсәйҙең ШОС буйынса партнерҙары менән хеҙмәттәшлеген киңәйтеүҙә республика бизнес-берләшмәһенең ҡатнашыуы һәм 2015 йылда Өфөлә үтәсәк сараларға әҙерлек тураһында һөйләне.

Башҡортостандың берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһе хаҡында эшлекле форумдың секция ултырыштарында ла әйтелде.