10 декабрь, Шәмбе

12 сентябрь 2013 йыл, 10:11

Республикала халыҡтың тәбиғи артыуы ғинуар-июль айҙарында - 1936 кеше

автор: Эльвира Латипова

Ғинуар-июль айҙарында республикала 33 909 кеше тыуған, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 1,3 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә Башҡортостанстат. Ете ай эсендә 31 973 кеше үлгән, 2012 йылдың ғинуар-июль айҙары менән сағыштырғанда, был 1,2 процентҡа күберәк. Шулай итеп, халыҡтың тәбиғи артыуы 2013 йылдың ете айында 1936 кеше тәшкил итте.

Миграцияның артыуы – 3260 кеше (76 433 кеше килгән, 73 173 кеше киткән). Статистиктар билдәләүенсә, 2012 йылдың ғинуар-июль айҙарында миграцияның кәмеүе күҙәтелгән.

Дөйөм алғанда, 2013 йылдың ете айында халыҡтың тәбиғи һәм миграция иҫәбенә артыуының дөйөм һөҙөмтәләре ыңғай булған һәм 5 196 кешене тәшкил иткән.