Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

«Башкиравтодор» директоры итеп Ринат Абдуллин тәғәйенләнде

Йәмғиәт

«Башкиравтодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры итеп Ринат Абдуллин тәғәйенләнде. Бығаса ул Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе булып эшләне. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ведомствонан хәбәр иттеләр.

Ринат Зыя улы Абдуллин 1964 йылда республиканың Иглин районы Ҡаҙаяҡ ауылында тыуған. 1982-1984 йылдарҙа әрме сафында хеҙмәт итә. Ике юғары белемгә эйә: Өфө нефть институтын һәм БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай.

Төрлө йылдарҙа Ринат Абдуллин Өфө хакимиәтендә Заказсы хеҙмәтен, «КПД» асыҡ акционерҙар йәмғиәте» капиталь төҙөлөш предприятиеһын етәкләй. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» исеменә лайыҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть