Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә пенсионерҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе үтәсәк

Иҡтисад

Кесе йома, 12 сентябрҙә, Өфөлә пенсия һәм пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн быйыл өсөнсө тапҡыр күп профилле вакансиялар йәрминкәһе үтә. Уны ойоштороусы булып Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһы сығыш яһай.

— Иртәнге йәрминкәлә сәнәғәт, төҙөлөш, сауҙа, транспорт, дөйөм туҡланыу һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән 20-нән ашыу предприятие һәм ойошма ҡатнашасаҡ, — тип хәбәр итте баш ҡаланың халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте белгесе Ирина Турчина.

Дөйөм алғанда йәрминкәлә эш эҙләүселәргә 500-гә яҡын вакансия тәҡдим ителәсәк. Улар араһында табип, уҡытыусы, инженер, страховкалау агенты, вахтер, һатыусы, гардеробсы вакансиялары бар.

Барлыҡ хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Йәрминкә Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса 10.00-12.00 сәғәттәрҙә үтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть