Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Быйыл республикала 650 етем бала торлаҡ менән тәьмин ителәсәк

Йәмғиәт

Шаршамбы, 11 сентябрҙә, БР Хөкүмәте Президиумы ултырышында етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде. Сараны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов алып барҙы.

Ағымдағы йыл башына ҡарата төбәктә 18 336 кеше етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған бала тип танылған. Уларҙың 1,5 меңе 2013 йылда торлаҡ алыу хоҡуғына эйә, әммә был хоҡуҡтар тормошҡа ашырылмаған.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, йыл һайын был маҡсаттарға республика власы тарафынан ҙур финанс ресурстары йүнәлтелә.

— Һуңғы өс йылда төбәк бюджетынан 1 миллиард 250 миллион һум аҡса бүленде һәм 1272 бала торлаҡ алды. Быйыл йәнә 400 миллион һум йүнәлтелә, федераль бюджеттан өҫтәмә рәүештә 93 миллион һум алыу планлаштырыла, — тине Рөстәм Хәмитов.

Шулай итеп, быйыл 650 етем бала торлаҡ мәсьәләһен хәл итәсәк.

Был йүнәлештәге эшмәкәрлек уңышлы тормошҡа ашырыла. Сағыштырыу өсөн: 2007 йылда балалар йорттарын тамамлаусыларға йәмғеһе 50 фатир бүленһә, 2012 йылда был һан 603-кә етте.

Хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн Башҡортостанда тейешле саралар күрелә. Шулай итеп, былтырҙан башлап муниципалитеттар етем балалар өсөн торлаҡ һатып алыуға аҡса йүнәлтеүҙән тыш, улар өсөн йорттар төҙөүгә лә средстволар бүлә. Президент һүҙҙәренсә, көҙ көнө республиканың яңы парламенты «Етем балаларҙың торлаҡ йорттарҙы ремонтлауға хоҡуҡтарының өҫтәмә гарантиялары тураһында»ғы закон ҡабул итәсәк.

— Был тәҡдимдәрҙе тормошҡа ашырыуға ресурстар кәрәк буласаҡ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Беҙ торлаҡ төҙөлөшө күләмдәрен арттырыуға, атап әйткәндә, социаль йорттар төҙөүгә баҫым яһайбыҙ. Әлеге ваҡытта республика һәм муниципаль резерв ер фондтары булдырыла, был участкалар эконом класындағы торлаҡ йорттар төҙөү өсөн бүленәсәк.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, бөгөн етем балаларҙың яҡынса 50 процентына фатирҙар яңы йорттарҙан бирелә. Шулай уҡ вице-премьер ҡануниәткә индерелгән үҙгәрештәр тураһында иҫкә төшөрҙө. 2013 йылдың 1 ғинуарынан 15-се федераль закон үҙ көсөнә инде, уға ярашлы етем балаларҙың байтаҡ мәсьәләләре комплекслы хәл ителә.

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһында һүҙ йөрөтөп, Башҡортостан Президенты социаль етемлекте иҫкәртеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлде. Рөстәм Хәмитов балаларҙың социаль именлеге өсөн яуаплы барлыҡ структураларҙы үҙҙәренең бурыстарына яуаплы ҡарарға саҡырҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть