Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусылары Бөтә Рәсәй ғилми-инновацион проекттар конкурсында ҡатнаша ала

Йәмғиәт

Өлкән класс уҡыусылары араһында VIII Бөтә Рәсәй ғилми-инновацион проекттар конкурсы старт алды. Бәйге бөтә ил буйынса һигеҙенсе йыл рәттән үткәрелә.

Конкурста урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең 9-11 класс уҡыусылары һәм урта махсус уҡыу йорттарының беренсе-икенсе курс студенттары ҡатнаша ала. Уҡыусыларға энергетика, индустрия, ҡалалар инфраструктураһы, һаулыҡ һаҡлау йүнәлештәре буйынса берәр проект әҙерләргә тәҡдим ителә. Бәйге шарттары буйынса, тәҡдим ителгән проекттар көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын үҙ эсенә алырға тейеш.

Конкурс еңеүселәре һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙың ғилми етәкселәренә ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата приздар тапшырыласаҡ. Бәйгелә даими ҡатнашыусы кураторҙар һәм мәктәптәр өсөн махсус наградалар әҙерләнгән.

Ярышта ҡатнашыу өсөн заявкалар 2014 йылдың 12 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәт конкурстың рәсми сайтында урынлаштырылған. Шулай уҡ (495) 787-67-70 телефоны буйынса ойоштороу комитеты менән бәйләнешкә сығырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть