5 декабрь, Дүшәмбе

11 сентябрь 2013 йыл, 14:47

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар Константин Хабенскийҙың Өфөләге ижади студияһына саҡырыла

автор: Эльмира Сабирова

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар Константин Хабенскийҙың Өфөләге ижади студияһына саҡырыла. Сентябрь аҙағында унда конкурс нигеҙендә һайлап алыу үтәсәк. 11-18 йәштәрҙәге балалар берәр ижади номер тәҡдим итергә тейеш.

— Бала үҙ теләге буйынса йырлай, бейей, шиғыр һөйләй, пантомима күрһәтә ала. Шулай уҡ конкурста ҡатнашыусы үҙе төшөргән фильм тәҡдим итә ала, уның оҙонлоғо 10 минуттан артмаҫҡа тейеш, — тине ойоштороусыларҙың береһе Екатерина Попова.

Студияға ҡабул ителгән балалар бушлай шөғөлләнәсәк.

Ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар исемлеге: тыуыу тураһында таныҡлыҡ, паспорт (әгәр булһа), инвалидлыҡ тураһында документ, портфолио (бындай мөмкинлек булһа), ҡағыҙ битендә номер тураһында мәғлүмәт (ҡатнашыусының тулы исеме, тәҡдим ителгән номерҙың формаһы, исеме, маҡсаты). Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн 8-917-791-58-03 телефоны буйынса (Екатерина Попова) шылтыратырға мөмкин.