6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2013 йыл, 14:21

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының генераль директоры итеп Александр Андреев тәғәйенләнде

автор: Эльвира Латипова

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры итеп Александр Андреев тәғәйенләнде. Бығаса ул генераль директорҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй ине. Тейешле ҡарар көн элгәре йәмғиәттең директорҙар советы менән ҡабул ителде, тиелә компанияның рәсми мәғлүмәтендә.

Коллективты яңы етәксе менән БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүф Ноғоманов таныштырҙы. Вице-премьер халыҡ-ара аэропортының эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе һәм Александр Андреев етәкселеге аҫтында предприятиеның артабанғы үҫешенә ышаныс белдерҙе.

«Башинформ» агентлығына аэропорттан хәбәр итеүҙәренсә, компанияның элекке етәксеһе Иван Тихонов «Өфө» халыҡ-ара аэропорты генераль директорының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләйәсәк.