Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.50 ↓

EUR 63.94 ↓

24 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Бишкәктә Рәсәйҙең Ҡырғыҙстандағы илсеһе Андрей Крутько менән осрашты

Йәмғиәт

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Бишкәктә Рәсәйҙең Ҡырғыҙстандағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Андрей Крутько менән осрашты, тип хәбәр иттеләр «2015 йылда Өфө ҡалаһында ШОС һәм БРИКС сараларын үткәреү өсөн шарттар булдырыу буйынса проекттарға ярҙам итеү офис-төркөмө» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Республика делегацияһы Ҡырғыҙстан баш ҡалаһына Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы сараларында ҡатнашыу өсөн килде.

Салауат Сәғитов Рәсәй дипломатын республикала 2015 йылда үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммитарына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән саралар комплексы менән таныштырҙы. Андрей Крутько Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ эштәре һәм халыҡ-ара гуманитар хеҙмәттәшлек буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә алып барылған был эшмәкәрлеккә ыңғай баһа бирҙе.

Осрашыуҙа ике яҡлы сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт һәм ғилми бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса эш комиссияларын булдырыу мөмкинлектәрен баһалау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү өсөн яңыраҡ булдырылған «Башҡортостан — Ҡырғыҙстан» сауҙа йортоноң мөмкинлектәрен файҙаланыу мөһим.

Республика делегацияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының Эшлекле советы бизнес-форумында, ойошманың Йәштәр советы ултырышында һәм башҡа сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть