11 декабрь, Йәкшәмбе

11 сентябрь 2013 йыл, 11:46

Өфөлә һәр эшһеҙгә яҡынса өс вакансия тура килә

автор: Галина Бахшиева

Бөгөнгө көндә Өфөлә 6,5 меңдән ашыу рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙ һәм 16 меңгә яҡын «рәсми» вакансия иҫәпләнә.

Йыл башынан алып ҡаланың вакансиялар банкына эш тәҡдим итеүселәрҙән 108,7 меңгә яҡын буш эш урыны тураһында мәғлүмәт ҡабул ителгән.

«Башинформ» агентлығына баш ҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә эшһеҙлек кимәле бөгөнгө көндә 1,17 процент тәшкил итә. Көсөргәнешлек коэффициенты, йәғни эшһеҙҙәр менән вакансиялар нисбәте, 0,46-ға тиң.

Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте ярҙамында 2013 йылда 13,2 меңдән ашыу өфөлө эшкә урынлашҡан. Йәнә 1,4 меңгә яҡын кеше бушлай уҡытыуға ебәрелгән.

Был ваҡыт эсендә Башҡортостан баш ҡалаһында 9,3 меңдән ашыу кеше эшһеҙ тип танылған, 10,2 меңдән ашыу өфөлө иҫәпкә ҡуйылған, тип хәбәр иттеләр Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге үҙәге – йәштәр хеҙмәт биржаһынан.