6 декабрь, Шишәмбе

11 сентябрь 2013 йыл, 10:45

Мәләүездә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса йәштәр акцияһы үтте

автор: Людмила Терновая

Мәләүездә сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау буйынса «Йәштәр – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн» акцияһы үтте. Уны ойоштороусылар булып Мәләүез районы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторы, мәҙәниәт бүлеге һәм муниципаль райондың Йәштәр йәмәғәт советы сығыш яһаны. Сарала ҡатнашыусылар алкоголизмға, нарокманияға ҡаршы йүнәлтелгән плакаттар тотоп, «Дан» мәҙәниәт һәм ял паркынан алып ҡаланың Мәҙәниәт һарайына тиклем колонна менән үтте.

Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда акцияла ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте вәкилдәре сәләмләне. Йәштәр алдында шулай уҡ урындағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны.

Акцияла 500-ҙән ашыу ҡыҙ һәм егет, шул иҫәптән «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы» вәкилдәре ҡатнашты. Сара сиктәрендә Мәҙәниәт һарайының йәш артистары концерт программаһы менән сығыш яһаны, тип хәбәр иттеләр Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.