8 декабрь, Кесе йома

11 сентябрь 2013 йыл, 10:06

Башҡортостан Президенты Америка Ҡушма Штаттарының Генераль консулы менән осрашты

автор: Эльвира Латипова | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Америка Ҡушма Штаттарының Екатеринбургтағы Генераль консулы Отто Ханс Ван Маерссен менән осрашты.

Ван Маерссен әфәнде Өфөгә Американың эшлекле даирәһе вәкилдәре менән бер нисә мәсьәләне, шул иҫәптән ҡайһы бер бизнес-йүнәлештәрҙе тикшереү маҡсатында килгән. Ағымдағы йылдың июлендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһының Америкаға визиты барышында шулай уҡ бер нисә килешеү төҙөлгәйне.

— Беҙгә визитығыҙ барышында республикаға бер нисә Америка компанияларын йәлеп итеүгә өлгәштегеҙ, — тине Ван Маерссен әфәнде. – Әлбиттә, Америка компанияларының һеҙҙең республикаға килеп, хеҙмәттәшлек итергә теләүе төбәктең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһе көслө булыуы, бында сәйәси тотороҡлок булдырылыуы хаҡында һөйләй.

Башҡортостан Президенты билдәләүенсә, республикала Америка Ҡушма Шататтары менән эшләү йәһәтенән ыңғай тәжрибә бар.

— Беҙҙе юлдар комплексы предприятиелары ҡыҙыҡһындыра, — тине республика башлығы. – Беҙ Америкалағы кеүек яҡшы юлдар төҙөргә өйрәнергә теләйбеҙ. Беҙгә яңы технологиялар, яңы ҡорамалдар кәрәк. Бындай һөйләшеүҙәр алып барыла һәм бер нисә проект тормошҡа ашырыла башланы ла инде.

Атап әйткәндә, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, Башҡортостанда юл төҙөлөшө өсөн стабилизатор етештереү буйынса «Терракрит» производствоһын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Шулай уҡ БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән Техас юл институты араһында үҙ-ара килешеп эш итеү мөмкинлектәре тикшерелә. Торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итеү ҡарала.

— Беҙҙең төбәктә эконом класындағы, ҡиммәт булмаған, әммә сифатлы торлаҡ әҙерәк, — тине республика етәксеһе. – Беҙҙә аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө үҫеш ала, шуға күрә йорттар төҙөү буйынса заманса предприятиелар кәрәк.

Ағымдағы йылдың июлендә Техас штатына визит барышында республика вәкилдәре тиҙ ҡорола торған конструкциялар етештереү буйынса Green World Restoration, LLC предприятиеһында булды. Рөтәм Хәмитов һүҙҙәренсә, республиканы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, арзан хаҡҡа һәм сифатлы йорттар төҙөргә мөмкинлек биргән технологиялар ҡыҙыҡһындыра, әммә продукт урындағы климат шарттарына яраҡлаштырылған булырға тейеш.

Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, Башҡортостанда тау тоҡомдарын эшкәртеү предприятиеларының ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса ҡайһы бер проблемалар килеп тыуа. Был мәсьәләне хәл итеүгә шулай уҡ Америка бизнесын йәлеп итеү планлаштырыла. Бөгөн, 11 сентябрҙә, республикаға «Кинг Кол» компанияһы вәкилдәренең килеүе көтөлә, улар менән ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү мәсьәләһе тикшереләсәк.