4 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2013 йыл, 17:37

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт спорт советы булдырылды

автор: Эльмира Сабирова

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ҡарамағында Йәмәғәт спорт советы булдырылды. Уның составына спорт төрҙәре буйынса федерациялар етәкселәре һәм вәкилдәре, тренерҙар һәм спортсылар инде. Улар араһында һигеҙ тапҡыр Паралимпия чемпионы Оксана Савченко, Рәсәйҙең атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Петр Буйлов, БР Спорт федерациялары берекмәһе рәйесе Рөстәм Мәғсүмов, Башҡортостандың Баскетбол федерацияһы директоры Сергей Медведев, төбәктең Еңел атлетика федерацияһы рәйесе Альберт Ғәзизов бар.

Йәмәғәт советын Владимир Самородов етәкләне.

Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта һүҙҙәренсә, төбәктә совет булдырыу ихтыяжы — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.

— Спорт өлкәһендә төрлө проблемалар килеп тыуа, уларҙы хәл итеүҙә йәмәғәт ойошмаларының тәжрибәһенә таяна алыр инек. Тармаҡты үҫтереү йүнәлешендә бергәләп уңышлы эшләрбеҙ, тип ышанам, — тине ведомство башлығы.

Йәмәғәт спорт советы ағзалары министрлыҡ тарафынан әҙерләнгән норматив хоҡуҡи акттар проекттарын, граждандарҙың, йәмәғәт ойошмаларының башланғыстарын тикшерәсәк, ведомствоның бюджет средстволары иҫәбенә тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарының урынлы булыу-булмауын ҡараясаҡ, шулай уҡ төрлө ултырыштарҙа ҡатнашасаҡ.