10 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2013 йыл, 16:16

Кушнаренко районында «Тамсыҡай» балалар баҡсаһы яңынан эшләй башланы

автор: Людмила Терновая

Кушнаренко районында, БР Президентының элекке мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары биналарын өлкәгә кире ҡайтарыу буйынса күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыу сиктәрендә, 2-се «Тамсыҡай» балалар баҡсаһын асыу тантанаһы үтте. Балалар баҡсаһы район үҙәге Кушнаренкола урынлашҡан, ул 25 урынға иҫәпләнгән. Бер йыл эсендә бинаға капиталь ремонт үткәрелгән, был маҡсаттарға 577 мең һум аҡса тотонолған. Бинаның ҡыйығы, иҙәне, тәҙрәләре, ишектәре, коммуникациялары тулыһынса алмаштырылған. Бынан тыш, учреждение биләмәһе лә төҙөкләндерелгән: юлдарға асфальт түшәлгән, яңы веранда төҙөлгән.

Балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр байрам ҡунаҡтары өсөн ҡыҙыҡлы концерт программаһын тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы биләмәһендә шыршылар ултыртты, тип хәбәр иттеләр Кушнаренко районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.