Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың фермер хужалыҡтарында йыл башынан алып 73 мең тоннаға яҡын һөт етештерелгән

Иҡтисад

2013 йыл башынан алып республиканың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында 73,5 мең тоннаға яҡын һөт етештерелгән. БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районы хужалыҡтары тулайым һауым буйынса әүәлгесә беренсе урында килә. Районда был ваҡыт эсендә 3,3 мең тоннаға яҡын һөт һауып алынған.

Шулай уҡ Ауырғазы, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Дәүләкән, Мәләүез һәм Мәсетле райондары фермерҙары ла лидерҙар иҫәбендә. Был райондарҙа йыл башынан алып 2,3 мең тоннанан ашыу һөт етештерелгән.

Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында ағымдағы йыл башынан алып йәмғеһе 471 мең тоннанан ашыу һөт һауып алынған, тип хәбәр иттеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть