10 декабрь, Шәмбе

10 сентябрь 2013 йыл, 14:56

Республикала Globe One, Inc (АҠШ) компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында Globe One, Inc (АҠШ) компанияһы президенты Винод Гилдиял менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде.

Эшлекле делегацияның республикаға визиты Рәсәйҙең Америкалағы Сауҙа вәкиллеге ярҙамында Башҡортостан Хөкүмәте саҡырыуы буйынса ойошторолдо.

Осрашыуҙа үҫемлекселек һәм малсылыҡ өлкәләрендә хеҙмәттәшлек итеү һәм инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре тикшерелде, тип хәбәр иттеләр төбәктең аграр ведомствоһынан.

Башҡортостан хаҡында интернет-сығанаҡтар аша белеп, Винод Гилдиял инвестициялар йүнәлтеү өсөн кәрәкле өлкә һайлау маҡсатында республика менән яҡындан танышырға теләк белдергән.

Осрашыу йомғаҡтары буйынса ике яҡ тарафынан күрһәтелгән тәҡдимдәрҙе ентекләберәк тикшереү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтенән.

Америка делегацияһының Башҡортостанда булыу программаһы сараларға бай. Шулай итеп, бөгөн иртәнсәк «БР Нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр үткәрелде.

Көндөң икенсе яртыһында БР Мәғариф министрлығы етәкселеге, Башҡорт дәүләт университеты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты ректораты менән осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Унда медицина белгестәрен әҙерләү өлкәһендә республика университеттарының Джонс Хопкинс университеты менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшереләсәк.

Шулай уҡ бөгөн Globe One, Inc компанияһы вәкилдәре БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов менән осрашасаҡ.