11 декабрь, Йәкшәмбе

10 сентябрь 2013 йыл, 12:48

Рөстәм Хәмитов республиканың яңы саҡырылыш парламенты эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләне

автор: Людмила Терновая

Иҡтисадты үҫтереү республиканың бишенсе саҡырылыш парламенты депутаттары хәл итәсәк төп бурыс булып тора. Был хаҡта 9 сентябрҙә үткән брифингта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов әйтте.

– Бурыстар асыҡ һәм аңлайышлы: тәү сиратта иҡтисадты үҫтерергә тейешбеҙ. Был беҙҙең төп тезис булып тора. Халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләргә кәрәк. Республикабыҙ, ҡала һәм ауылдарыбыҙ йәшәү өсөн иң уңайлы урындарға әүерелергә тейеш. Беҙҙең эшмәкәрлек ошо маҡсаттарға йүнәлтелгән.

Республика башлығы фекеренсә, шулай уҡ власть органдарының эш алымдарын ҡайтанан ҡарап сығыу зарур.

– Һайлау алды кампанияһы барышында власты яңыртыу кәрәклеге хаҡында гел әйтә килдек, — тине Рөстәм Хәмитов. – Яңы кешеләр килеүҙән тыш, эшләү стилен үҙгәртергә кәрәк. Парламентта яңы кешеләр күп буласаҡ, улар депутаттарҙың 60 процеттан ашыуын тәшкил итәсәк. Бынан тыш, халыҡ менән эш итеү, аралашыуҙың яңы алымдарын булдырыу, кешеләрҙе ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың мөрәжәғәттәренә яуап биреү мөһим. Был беҙҙең эшмәкәрлектең төп принциптары булып тора. Һәр парламентарий ошо йүнәлештә эшләр, тип ышанам. Был үтә мөһим. Һайлау алды кампанияһы барышында күп нәмәләр вәғәҙә ителде, хәҙер уларҙы тормошҡа ашырырға ваҡыт.

темалар: бр президенты