9 декабрь, Йома

10 сентябрь 2013 йыл, 11:46

Өфө 2012 йыл өсөн Рәсәй ҡалаларының экологик рейтингында тәүге унау иҫәбенә инә

автор: «Башинформ»

Өфө 2012 йыл өсөн Рәсәй ҡалаларының экологик рейтингында туғыҙынсы урынды биләй. Рейтингты РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы төҙөгән.

Тәүге бишәү иҫәбенә Курск, Мәскәү, Калуга, Саранск, Ижевск ҡалалары инә. Рейтинг Рәсәйҙең 85 ҡалаһы буйынса иҫәпләнгән. Ҡалаларға түбәндәге ете күрһәткес буйынса баһа бирелгән: һауа мөхите, һыуҙы файҙаланыу һәм уның сифаты, ҡалдыҡтар менән идара итеү, территорияларҙы файҙаланыу, транспорт, энергия ҡулланыу, тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһауға идара итеү.

Дүшәмбе, 9 сентябрҙә, үткән брифингта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, туғыҙынсы урын Өфө өсөн сик түгел. Призерҙар иҫәбенә эләгергә тырышырға кәрәк, тип иҫәпләй республика етәксеһе.