Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

24 февраль, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Президенты һайлауҙа ҡатнашҡан кешеләргә рәхмәт белдерҙе

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 8 сентябрҙә үткән һайлауҙарҙа ҡатнашҡан кешеләргә рәхмәт белдерҙе.

— Һайлауҙарҙа ҡатнашҡан, йәкшәмбе көнө һайлау участкаһына килеп, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән һәр кешегә рәхмәтемде белдерәм, — тине дүшәмбе, 9 сентябрҙә, үткән брифингта республика етәксеһе. – Һайлау участкаларына килгән кешеләрҙең эмоциялар тәьҫирендә түгел, ә айыҡ аҡыл менән эш итеүен күрҙем. Улар теге йәки был кандидат өсөн тауыш биреү һөҙөмтәһендә килеп тыуасаҡ барлыҡ хәүефтәргә айыҡ баһа бирҙе. Һайлау йомғаҡтары кешеләрҙең айыҡ аҡылға таянып тауыш биреүе хаҡында һөйләй. Ваҡыт табып, власть структураларының эшмәкәрлегенә баһа бирергә килгән кешеләргә ҙур рәхмәт. Сөнки һайлауҙар үҙенә күрә референдум да булып тора, унда һайлаусылар бөгөн субъектта йәки илдә барған ваҡиғаларҙа үҙ баһаһын бирә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть