Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры итеп тәғәйенләнде

Сәйәсәт

Башҡортостандың Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры итеп тәғәйенләнде. Тейешле Указға дүшәмбе, 9 сентябрҙә, БР Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

— Бөгөн мин тағы ла бер вазифа — республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын булдырыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙым һәм үҙемдең Указым менән был вазифаға БР Милли банкы рәйесе Мәрҙәнов Рөстәм Хәбиб улын тәғәйенләнем, — тип хәбәр итте журналистарға дүшәмбе көнө үткән брифингта республика башлығы. – Рөстәм Хәбиб улы тәжрибәле белгес, оҫта ойоштороусы, финанстар өлкәһен яҡшы белә. Хөкүмәттә беренсе вице-премьер вазифаһында ул финанстарға бәйле барлыҡ мәсьәләләргә – бюджеттың килем һәм сығым өлөшөнә контроллек итәсәк. Рузалия Хисмәтуллина кеүек яҡшы белгестең икенсе эшкә күсеүенән һуң да Рөстәм Мәрҙәнов менән бергә был өлкәлә яҡшы эшләрбеҙ, тип ышанам (һүҙ Башҡортостандың финанстар министры Рузалия Хисмәтуллинаның депутат булып республика парламентына күсеүе хаҡында бара).

Белешмә өсөн. Рөстәм Мәрҙәнов 1964 йылда Өфөлә тыуған. Юғары белемле. Өфө дәүләт авиация техник университетын (бығаса Өфө авиация институты) тамамлаған. Иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент.

2000 йылдан башлап – БР Милли банкы рәйесенең беренсе урынбаҫары, БР Милли банкы рәйесе.

Дуҫлыҡ ордены менән наградланған. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экономисы» исеменә лайыҡ. Бер нисә саҡырылышта БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть